«Һылыуҡай-2018» конкурсы еңеүсеһе бүләк ителгән «Лада Гранта» автомобиленә ултырҙы

Өфөләге «Луидор» ГАЗ автоүҙәгендә «Һылыуҡай-2018» республика телевизион конкурсы еңеүсеһе Әлфинә Кашаповаға төп бүләк – «Лада Гранта» автомобилен тапшырҙылар. Республиканың төп һылыуҡайы конкурстың генераль бағыусыларынан бүләкте Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәковтың ҡулынан алды.

20 йәшлек Әлфинә Кашапованың водитель таныҡлығы ла бар, әммә руль артында тыуған Әлшәй районы буйлап ҡына йөрөгән. Әлфинә Өфө юлдарындағы транспорт ағымын да еңеп сығыр тип ышана, сөнки «Лада Гранта» – ул ысынлап та халыҡ автомобиле.

«Һылыуҡай-2018» республика башҡорт гүзәлдәре телевизион бәйгеһе милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, ижади һәләттәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында март айында уҙғарылды. Быйыл конкурс Ғаилә йылына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналды. Төп таж өсөн Өфөнән, Мәскәүҙән, Әлшәй, Ауырғазы, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрйән, Ейәнсура, Ҡыйғы, Көйөргәҙе райондарынан 12 финалист көрәште. Тәүгә Гран-при яулаусы бүләккә автомобиль алды.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *