1 февралдән Башҡортостанда льготаға эйә булған 325 кеше арттырылған түләүҙәр ала башлай

1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 2,5% арттырылды. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 325 мең кеше ошондай түләүҙәр ала. Улар араһында — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, фашизмдың бәлиғ булмаған әсирҙәре, «чернобылселәр», Семипалатинск полигонында радиация тәьҫиренә дусар булғандар, инвалидтар һәм башҡа федераль льготалылар.

Бер үк ваҡытта айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составында социаль хеҙмәттәр йыйымын биреүгә йүнәлтелгән аҡса суммаһы ла арта. 1 февралдән ул 1075,19 һум тәшкил итә. Шуның  828,14 һумы — бушлай таратылған дарыуҙарҙы алыуға, 128,11 һумы — шифахана-курорт дауаланыуына, 118,94 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай юл йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу еренә барып ҡайтыуға бүленә.

Һеҙгә оҡшарға мөмкин…

Комментарий өҫтәргә

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *